Перейти к содержимому
Максиметер

Һаумыһығыҙ!

Һаумыһығыҙ! Яҙып сығарырлыҡ булһа, яҙырһығыҙ, бәлки кемгәлер файҙаһы булыр😊 Тик анонимно, йәме? Йәшһегеҙ, һеҙгә тормош көткәндә фәһем булһын, тип бергә эшләгән апай үҙенең йәш сағында булған хәлде һөйләгәйне, шуны яҙайым, тим... Бер-беребеҙҙе ныҡ яратып өйләнештек, шундуҡ малосемейканан фатир бирҙеләр, үҙебеҙгә оҡшағанса матурлап алдыҡ һәм ул беҙҙең өсөн ожмахтың үҙенә әйләнде! Беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр кеүек, эштән йөрөп ҡайтҡансы, үлә яҙып һағыныша инек. Шулай матур ғына йөрөп, артыҡ ауыртынмай ғына улымды таптым, әй тыныс бала булды, тамағы туйһа йоҡлап тик ята, ҡайһы ваҡыт имеҙергә тип үҙем уятып ала инем. Иптәшемә, был илай ҙа белмәй ул әллә, тип аптырай инем. Декреттан сығып тормай ғына ҡыҙымды таптым. Вәт был бала кәрәкте бирҙе... Көн менән төн буталды, гел ҡулда баланы һелкетеп йөрөгәс, арыйым, бер нәмәгә өлгөрмәйем, йоҡом туймай, ябыҡтым, йәмһеҙәйҙем, уҫалландым, үҙем дҙ аңламайым бөтөн донъяны күрәлмаҫҡа әйләндем, юлымда ятҡан әйберҙәрҙе тибеп осорам, бөтә бәхетһеҙлегем һинең арҡала тип иремә лә, тыныс ҡына уйнап ултырған улыма ла, көнө-төнө илауҙан башҡаны белмәгән ҡыҙыма ла аҡырам-аҡырам да үҙем дә илап, ярһып бөтәм. Ҡыҫҡаһы, донъямдың аҫты өҫкә килде. Ирем дә үҙгәрҙе, һөйөп-яратып ҡараған күҙҙәре ҡурҡып, минән ялҡып ҡараған кеүек, элек һөйләп һүҙе бөтмәгән кеше шымып, шымтайып ҡалды. Эштән көндән-көн һуңыраҡ ҡайта башланы. Ярҙам итеүе лә ихлас түгел, исем өсөн, күҙ буяу ғына булып күренә. Уның эштән ҡайтып инеүе була, мин уға асыуымды төшөрәм, аҡырам-баҡырам да илап, йоҡлап китәм. Ҡайҙа ул элекке кеүек йылмайып, бешеренеп ҡаршы алыу! Ҡайтып ингәс тә әсерәк, тупаҫыраҡ, ауырыраҡ нимәлер әйтке килә, ирешергә, талашырға сәбәп эҙләгән кеүек күпме йөрөр инем икән, белмәйем. Минең көн дә илап-талашҡанды ишетеп йөрөгән, аҫҡы ҡатта йәшәгән олораҡ ҡына апай, ирем эшкә сығып китеү менән, ишек шаҡыны. Көнө-төнө һеҙҙән тынғы юҡ, тип килгәндер инде быныһы ла, тип уйлап өлгөрмәнем, һеңлем, ҡана балаңды мин алып ҡарап торайым, һин ятып ял ит, йоҡоң туйғансы йоҡларһың, йәш ваҡытта йоҡо туймай бит ул, ти. Аптырап, һүҙһеҙ ҡалдым. Ирешергә тип асҡан ауыҙымды ябалмай, ыҡ-мыҡ иттем. Мин иҫемә килеп өлгөргәнсе апай тиҙ генә ҡыҙымдың ыштын-йүргәктәрен, имеҙлекле бутылкаһын йыйып алып та йөрөй. Ююҡҡ, илар ул, тип ҡаршы төшһәм дә, бер-ике сәғәттән алып килермен, тип сығып та китте. Мин, иҙәндә уйнап ултырған улымды ҡосағыма алып, диванға башымды терәүем булды, йоҡлап та киткәнмен, дүрт сәғәт йоҡлағанмын. Уянғанда улым тәмләп бутҡа ашай, ә өҫтәлдә һуш еҫле бер өйөм ҡоймаҡ! Тиҙ генә сәсемде тарап, бит-ҡулымды йыуып, сәй эсергә ултырҙым. Ундай ҙа тәмле ҡоймаҡты бер ҙә ашағаным булмағандыр, инәйем янында сәй эсеп ултырған кеүек, шул хәтле рәхәт! Шунда ғына ҡыҙымдың иламауына иғтибар иттем, коляскаһында аяҡтарын бер күтәреп, бер төшөрөп уйнап ята. Йә, Хоҙай, ярты йылға тәү башлап уяу һәм иламай, ул бит йоҡлағанда ла мыжып, илап ала. Нисек ул иламай ғына ята ул, тим апайға. Сере шул - тамағы туҡ, аҫты ҡоро, инәй тыныс булһа, бала тыныс була, ти. Әйе, шулай иткән ти, тим эстән генә... Һинең кер йыуыу машинкаң юҡ икән, тип, бер мөйөшкә тас тултырып йыйып, йыуырға өлгөрмәгән балаларҙың керен алып ҡайтып, йыуып элгән, мин быларға һыймайым, тип бер халат менән күлдәк тә бирҙе әле ул апай. Аҙаҡ уйлайым, төҫө уңып, иҫкереп бөткән халатымды күргәс, үҙенә яраһа ла биргәндер ул. Ҡасан кәрәк була, әйтерһең, балаларыңды ҡарап торормон, мин хәҙер эшләмәйем, буш ваҡытым күп, тине. Ирең ҡайтыуға ит һалып, тәмле итеп һурпа бешер, эштән арып ҡайта, артыҡ һүҙ һөйләп, һорау биреп ҡаңғыртма, ти. Шуның кеүек әллә күпме кәңәш әйтте, әлбиттә күбеһенә мин ҡырҡа ҡаршы инем, шулай ҙа апайҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға вәғәҙә иттем. Ул көндө фатирҙы йыйыштырып, тәмле аш бешереп, апайҙың ҡоймағы менән өҫтәл әҙерләп, матур халат кейеп иремде көттөм, ә ул һуҡмыш булып, төн уртаһында ғына ҡайтып инде... Ишектән инеп ул туҡтап ҡалды, мине әрләшә башлар тип уйланы, ә мин саҡ телемде тыйып торам, апайға һүҙ биргәйнем бит. Апай өйрәткәнсә, әйҙә, ҡулыңды йыу ҙа ашарға

1 459 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Книги»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.