То туй, то ейәнсәр... йәки тимер ишек ҡуйыу тарихы! 🏠✨
То туй, то ейәнсәр... йәки тимер ишек ҡуйыу тарихы! 🏠✨ Был йыл беҙҙең ғаиләлә бик күп шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булды: бер үк ваҡытта туйҙар ҙа уҙҙы, донъябыҙҙы йәмләп ҡәҙерле ейәнсәрем дә тыуҙы. Шул мәшәҡәттәр менән сабып, яңы төҙөлөп ятҡан участкаға барып ҡул тейҙерергә бөтөнләй ваҡыт булманы. Кискә табан үҙебеҙҙең иттәрҙе сабып, тоҡтарға тултырып урынлаштырҙым да: «Алай тиһәң дә, барып участканы ҡарап киләйем әле», — тип юлға сыҡтым. Буласаҡ өйгә ваҡытлыса ғына, насар бер ишек ҡуйып ҡатҡайным... Кемдер шуны ҡайырып инеп ҡасҡан! Эскә үтеп ҡараһам — аптырауҙан ауыҙым асылды! Бөтә ерҙә ярылған бутылкалар, стакандар, салфеткалар туҙышып ята. Бер мөйөштә хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың трусигы ла ятып ҡалған! Асыуҙан йән көйҙө, үҙебеҙҙең ҡылыҡһыҙ кешеләргә аптырап ҡуйҙым. Мусорҙы йыйыштырайым тип ҡараһам, бер таҙа пакет күреп ҡалдым — ладно, исмаһам, ошо пакетты ҡалдырғандарына рәхмәт тип, бөтә сүп-чарҙы шунда тултырҙым. Ә унда мук йәйеп һалып, урын уҡ әҙерләп ҡуйғандар бит! Хатта мук араһынан ҡара күҙле үрмәкселәр килеп сығып, ҡайһылай ҡурҡытты. Мине генә ҡурҡыта беләләр инде шул! Баяғы пакетты сүплеккә алып барҙым, ә теге трусикты сүплек эргәһенә элеп ҡалдырҙым — хәҙер кейем-сәләм дә ҡыйбат бит, бәлки, хужаһы эҙләп килеп сығыр. 😄 Ҡайтып был хәлде әсәйгә һөйләһәм, ул енләнеп китте: «Теләһә ниндәй бисә-сәсәгә аҡсаң етә, ә бер нормаль ишек алып ҡуя алмайһың!» — тип ныҡ ҡына орышты. Ҡурҡышымдан кибеткә нисек барып еткәнемде лә һиҙмәй ҡалдым — шунда уҡ шәп тимер ишеккә заказ бирҙем. Иртәгә, Алла бирһә, ҡуйып та ҡайтам инде! Был хәлгә ошондай бер шиғыр юлдары ла тыуҙы әле: Эй ҡыҙыҡ кешеләр була: Араҡы, һыра йотоп, Яланғас ҡайтып киткәндәр, Трусиктарын онотоп! Салфетка, рюмка, бутылка Ятып ҡалған ҡый булып, Стакандары ярылған, Бөтә донъяға тулып. Йыйып алып бер пакетҡа, Мусорға алып барҙым. Хужаһы килеп сыҡһа тип, Трусиғын элеп ҡуйҙым. Тимер ишек ҡуйып ҡуям, Үрмәкселәр ҡыуанһын. Эштәрен бөтөрөр өсөн Бер кем дә инә алмаһын!
Канал в каталоге Максиметера
2 781 подписчиков · Книги