ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 20 мая 2026 г.
Бөгөн мәктәбебеҙҙә " Беренселәр хәрәкәте" ағзалары башланғыс класс уҡыусыларын «Рәсәй ... — 20 мая 2026 г. в 07:39:55.417
Бөгөн мәктәбебеҙҙә " Беренселәр хәрәкәте" ағзалары башланғыс класс уҡыусыларын «Рәсәй бөркөттәре» сафына алдылар. Был иҫтәлекле көндә башланғыс синыф уҡыусылары намыҫлы, дуҫ һәм әүҙем булырға ант итте. Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ символы булып дуҫлыҡ уты тоҡандырылды, ул балаларҙың йөрәктәрен яңы асыштарға һәм изге эштәргә илһамландырып торасаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең йәш бөркөттәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға сағыу еңеүҙәр, тоғро дуҫтар һәм онотолмаҫлыҡ мәктәп йылдары теләйбеҙ! #ОрлятаРоссии

