ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 19 мая 2026 г.
Бөгөн беҙ дүртенсе класс уҡыусыларын С. Мөхәмәтҡолов исемендәге ойошма сафына ҡабул ит... — 19 мая 2026 г. в 15:23:07.881
Бөгөн беҙ дүртенсе класс уҡыусыларын С. Мөхәмәтҡолов исемендәге ойошма сафына ҡабул иттек. Тантаналы йыйылышта уҡыусылар ант бирҙе, ә һуңынан барыһы бергә ҙур усаҡ тоҡандырҙы. Ябай усаҡ түгел, ә дуҫлыҡ, тоғролоҡ һәм яҡты киләсәккә ынтылыш символы ул. Уны тоҡандырыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына бирелде. Рәсми өлөштән һуң байрам асыҡ һауала хәрәкәтле уйындар менән дауам итте. Уҡыусыларҙың шат тауыштарынан Үҙән буйы яңғырап торҙо. Был көн балалар өсөн изге эштәр, яңы асыштар һәм ысын дуҫлыҡ менән тулы ҙур юлдың башы булһын! Байрам менән, йәш пионерҙар! #ВместеВБудущее #ДвижениеПервых #Росдетцентр

