Перейти к содержимому
Максиметер

Көҙ — муллыҡ, йомартлыҡ һәм берҙәмлек миҙгеле. Бөгөн беҙҙең мәктәп райондың иң ҙур сара...

Көҙ — муллыҡ, йомартлыҡ һәм берҙәмлек миҙгеле. Бөгөн беҙҙең мәктәп райондың иң ҙур сараларының береһендә — «Көҙ байлыҡтары-2026» көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашты. Был йәрминкә бер юлы өс мөһим байрамға арналғайны: Башҡортостан Республикаһы Көнө, Ҡурай Көнө һәм көҙгө муллыҡ байрамы. Район йәрминкәһе майҙанында төрлө ауылдарҙан, мәктәптәрҙән һәм ойошмаларҙан ҡатнашыусылар йыйылды. Беҙҙең мәктәп делегацияһы ла үҙенең сағыу өҫтәле, бай ассортименты һәм ихлас ҡунаҡсыллығы менән айырылып торҙо. Уҡыусыларыбыҙ үҫтергән йәшелсә-емештәр, өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар, хуш еҫле бәлештәр, бал һәм ижади эштәр район халҡының иғтибарын йәлеп итте. Ҡурай Көнө сиктәрендә мәктәп ҡурай моңдарын яңғыратты, тыуған яҡ тураһында шиғырҙар һөйләне һәм башҡорт мәҙәниәтенә арналған номерҙар күрһәтте. Был сығыштар жюри ағзалары тарафынан йылы ҡабул ителде. Быйыл— беҙҙең мәктәп район йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде! Район йәрминкәһендә ҡатнашыу беҙгә үҙебеҙҙең тыуған яҡтың байлығын, халыҡтың йомартлығын һәм берҙәмлеген тағы бер ҡат күрергә мөмкинлек бирҙе. Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар! Башҡортостан Республикаһы Көнө менән! Көҙ беҙгә муллыҡ, именлек һәм яңы уңыштар алып килһен!

160 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

273 подписчиков · Школы и вузы

Ещё по теме «Школы и вузы»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.