Перейти к содержимому
Максиметер

Мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш биреү сараһы үтте.

Мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш биреү сараһы үтте. Был аҙнала мәктәбебеҙҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Мырҙағолов Илтимер менән осрашыу булып үтте. Сарала 9-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Студент үҙенең уҡыу йорто, ундағы факультеттар тураһында ентекле һөйләне. Ул университетта уҡыу шарттары, фәнни түңәрәктәр, спорт секциялары һәм студент тормошоноң башҡа яҡтары менән таныштырҙы. Осрашыу барышында уҡыусыларҙы бигерәк тә ҡабул итеү шарттары, уҡыуға ингәндә талап ителгән имтихандар һәм стипендиялар тураһындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырҙы. Илтимер уларға барлыҡ һорауҙарға асыҡ һәм ентекле яуап бирҙе. Бындай осрашыуҙар уҡыусыларға киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итә, юғары уҡыу йорто тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирә. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, киләсәккә пландарын асыҡлай алды. Мәктәп етәкселеге бындай сараларҙы дауам итергә һәм уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлешен билдәләүҙә артабан да ярҙам итергә ниәтләй.

167 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

273 подписчиков · Школы и вузы

Ещё по теме «Школы и вузы»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.