ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 27 октября 2026 г.
Кино һәм йәнһүрәт көнө!
Кино һәм йәнһүрәт көнө! Бөгөн лагерьҙа Кино һәм йәнһүрәт көнө үтте. Иртәнсәк балалар көндәгесә йыйылып, физзарядка эшләп, иртәнге ашты ашап алдылар. Шунан һуң күңелле уйындар башланды: балалар командаларға бүленеп, ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа ҡатнаштылар.Көн йылы булғас, өлкәндәр саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнанылар. Көндөң иң күңелле өлөшө — күмәкләшеп йәнһүрәт ҡарау булды. Балалар бергәләшеп ултырып, яратҡан геройҙарының мажараларын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, улар тураһында үҙ-ара фекер алыштылар. Бәләкәстәр ижади эшмәкәрлеккә тотондо: улар һауалы пластилиндан «Минең яратҡан геройым» тигән темаға төрлө һындар эшләнеләр. Балаларҙың фантазияһына сик юҡ ине — һәр эш үҙенсәлекле һәм сағыу килеп сыҡты. Өлкәндәр араһында «Угадай героя» тигән викторина үтте. Ҡатнашыусылар йәнһүрәт геройҙары тураһындағы һорауҙарға әүҙем яуап бирҙеләр, үҙҙәренең белемен һәм зирәклеген күрһәттеләр. Төшкө аш алдынан балалар үткән көнгә йомғаҡ яһанылар: нимәләр иҫтә ҡалды, ниндәй яңылыҡтар белделәр . Көн бик йөкмәткеле һәм файҙалы үтте.