ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 28 октября 2026 г.
Лагерьҙа «Сәләмәтлек көнө» үтте!
Лагерьҙа «Сәләмәтлек көнө» үтте! Бөгөн беҙҙең көн бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте! Барыһы ла сәләмәт тормошҡа бағышланды. Нимәләр эшләнек?👇 🤸 Зарядка — бөтәбеҙ ҙә бергә сәләмәтлек өсөн күнегеүҙәр эшләнек. 🍲 Иртәнге аш — тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән туҡландыҡ. 🏃 Хәрәкәтсән уйындар уйнаныҡ — иртәнән үк кәйеф күтәрҙек, көс йыйҙыҡ! 🧠 Викторина: файҙалы һәм зыянлы ғәҙәттәр — уйын-фекер алышыу. Нимә файҙалы, нимә зыянлы икәнен асыҡланыҡ! Эстафета — командалар ярышты, етеҙлек һәм дуҫлыҡ күрһәттеләр! 🥗 Сәләмәт туҡланыу. Әңгәмә — дөрөҫ туҡланыу серҙәрен белдек. 📜 Уйын: мәҡәлдәр йый — халыҡ аҡылын йыйып, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлаттыҡ. ⚠️ Хәүефһеҙ каникулдар — ял ваҡытында үҙеңде нисек тоторға икәнен ҡабатланыҡ. 🎨 «Беҙ — сәләмәт тормош яҡлы!» — бергәләп матур плакат эшләнек! Беҙ сәләмәтлектең иң ҡиммәтле байлыҡ икәнен беләбеҙ! 💪 Бөтәгеҙгә лә сәләмәт булыуҙы, яҡшы кәйеф һәм хәүефһеҙ каникулдар теләйбеҙ! ☀️ #ДеньЗдоровья #ЗОЖ #МыЗаЗдоровыйОбразЖизни #Лагерь #БезопасныеКаникулы