ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 29 октября 2026 г.
Каникулды файҙалы үткәреү маҡсатында, 1 класс уҡыусылары менән Иҫке Собханғол ауылына с...
Каникулды файҙалы үткәреү маҡсатында, 1 класс уҡыусылары менән Иҫке Собханғол ауылына сәйәхәткә юлландыҡ. Кинозалда «Юғалған ваҡыт» тураһында әкиәт ҡараныҡ. Ни өсөн әкиәт геройҙары ваҡыттарын юғалттылар, балалар шул һорауға яуап алдылар. Был әкиәт 1 класс уҡыусылары өсөн бик фәһемле булды, сөнки ул ваҡытты нисек дөрөҫ файҙаланырға өйрәтә торған аңлайышлы һәм тәрбиәүи мәғәнәгә эйә. Уҡыусылар ҙа ваҡыттарын дөрөҫ бүлеп эшләрҙәр тип ышанабыҙ. Әкиәт балаларға ныҡ оҡшаны. Улар күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Сәйәхәт ваҡытында балаларҙы ҡурсалап алып йөрөгән әсәйҙәребеҙгә, шофёр Йәмил ағайға, һәм шулай уҡ Пушкин картаһы менән билет алырға ярҙам иткән апай, ағайҙарына рәхмәтлебеҙ. Сәйәхәт «Пушкин картаһы» программаһы сиктәрендә ойошторолдо. #ПушкинскаяКарта #ПушкинКартаһы