ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 30 октября 2026 г.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө лагерҙа бик матур һәм йөкмәткеле үтте! Бөгөнгө көн Рәсәйҙең һә...
Халыҡтар берҙәмлеге көнө лагерҙа бик матур һәм йөкмәткеле үтте! Бөгөнгө көн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимнын тыңлауҙан башланып китте. Был байрам төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлығын, татыулығын нығытыуға, берҙәмлектең мөһимлеген аңлауға арнала. Балалар төрлө викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, һүрәт эшләнеләр, халыҡтарҙың берҙәмлеге тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. Ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре төрлө халыҡ уйындарын уйнаттылар. Бындай саралар балаларҙа: - Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй - Башҡа милләттәргә ҡарата хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү уята, шулай уҡ балалар күңелендә дуҫлыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ кеүек изге төшөнсәләрен нығыта. Артабан уҡыусылар мәктәбебеҙҙең музейында булып, файҙалы мәғлүмәттәр алдылар. Ихлас ҡына хәрәкәтле һәм интеллектуаль уйындар уйнанылар, әкиәт ҡаранылар. Бөгөнгө көндән барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралыштылар.