📜Бөгөн Башҡортостанда “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. — 8 июня 2026 г. в 07:40:35.804
📜Бөгөн Башҡортостанда “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. ✍1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Шәймырҙина уҡыусылары менән яһалма зиһен (нейросеть) ярҙамында эшләгән ошо халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһына арналған видеоклибын тәҡдим итәбеҙ. Борон-борон заманда, Диңгеҙ уратҡан ерҙә. Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә Йәшәгән, ти, бергә-бергә. Ике улы була уларҙың – Урал менән Шүлгән. Яуызлыҡҡа ҡаршы сығып, Урал яҡлар илде, ерҙе. Ул аждаһа, дейеүҙәрҙе Еңеп, ерҙе азат иткән. Йәншишмәне табып, уның Һыуын бөтә йәнлеккә биргән. Урал батыр үҙе үлһә лә, Уның эше мәңге ҡала. Тауҙар булып баҫып тора, Ер-һыу булып йырлап аға. 👉“Йүрүҙән”дең МАКС каналына ҡушылығыҙ

