Мөрсәлим ауылында яңы парк зонаһы төҙөлә. — 8 июня 2026 г. в 04:55:42.271
Мөрсәлим ауылында яңы парк зонаһы төҙөлә. 🏘Ауылдың тимер юлы аръяғындағы Ҡалмаҡол микрорайоны биләмәһе төҙөкләндерелә. Мәсет ҡаршыһындағы майҙанға бордюрҙар, брусчаткалар һалынған. 🛝Асфальт түшәлеп, балаларға уйын һәм спорт ҡоролмалары ҡуйылған. Майҙансыҡҡа йомшаҡ резина япма йәйеләсәк. Спорт ҡоролмалары өс тренажерҙан тора. Был парк зонаһына эскәмйәләр, фонарҙар, сүп-сар урналары ла ҡуйыласаҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, ауыл халҡына тағы бер ял урыны булдырыла. ✅Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Наталья Пепеляева һөйләүенсә, ауылда яңы йәмәғәт киңлеге 2025 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса урындағы халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә эшләнә. Төҙөлөш эштәрен Өфөнән подрядсы ойошма башҡара. 📸 Айҙар Ноғаманов фотолары.

