🔥Урмантау ауылында быйыл Еңеү көнөнә урындағы халыҡтың тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғ... — 23 июня 2026 г. в 12:56:13.057
🔥Урмантау ауылында быйыл Еңеү көнөнә урындағы халыҡтың тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарына ошондай үҙенсәлекле һәйкәл асылды. ✅Был мөһим эштең инициаторы – Таймый ауыл советы хакимиәтенең Урмантау ауылында халыҡ менән эшләүсе белгесе Фәриҙә Таһирйән ҡыҙы Ғафарова. 🕯Кисә, 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата был һәйкәл янында ауыл халҡы митингы үткәреп, һуғыш ҡорбандарын иҫкә алды, Бөтә Рәсәйҙә иғлан ителгән “Бер минут тынлыҡ” акцияһына ҡушылды. 📸 Фото: Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы.

