🔥Дрондар операторына – ҙур ярҙам — 1 июля 2026 г. в 07:39:15.635
🔥Дрондар операторына – ҙур ярҙам Район халҡының иғтибарлығы һәм битараф булмауы арҡаһында беҙ Салауат районы егете, "Кадет" позывнойлы яугир өсөн 55 000 һум йыйҙыҡ. Ул – дрондар операторы, крап беретлы инструктор, махсус хәрби операция башланған көндән алып Ватанды һаҡлай. 💥Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәрби бурысты үтәгәндә уның төркөмө засадаға эләкте. Уларҙың шәхси әйберҙәре, инструменттары һәм дрондар йыйыу-ремонтлау ҡорамалдары менән машиналары янды. Ике көн эсендә район халҡы уға аҡса йыйып күсерҙе. Ул кәрәк-яраҡтар (инструменттар, комплектлаусылар, әйберҙәр) һатып алғас, видеомөрәжәғәт ебәрәсәк. Хәбәр көтәбеҙ!

