Әлкә ауылы егете Нурислам НИЗАМОВ уҙған аҙнала әрмегә юлланды. Ул ракета ғәскәрҙәрендә ... — 29 июня 2026 г. в 13:07:16.787
Әлкә ауылы егете Нурислам НИЗАМОВ уҙған аҙнала әрмегә юлланды. Ул ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. 🏢Яҡташыбыҙ Өфө һөнәри күп профилле колледжының физкультура бүлегендә уҡый. Икенсе курстан академик отпуск алып, ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. 🥊Нурислам бокс буйынса беренсе разрядҡа эйә. Рәсәй һәм республика ярыштарында күп тапҡыр сығыш яһай. Яҡташыбыҙҙың имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ! 🪖Салауат районынан яҙғы саҡырыу осоронда 50-нән ашыу егет әрмегә алынасаҡ. Райондан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тағы ла 30 июндә, 2 һәм 6 июлдә хеҙмәткә оҙатыласаҡ.

