💥"Әсә даны" миҙалы менән бүләкләнде! — 8 июля 2026 г. в 06:44:24.416
💥"Әсә даны" миҙалы менән бүләкләнде! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Малаяҙ ауылынан Сулимова Елена Владимировна "Әсә даны" миҙалына лайыҡ булды. Был юғары награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы, әсә хеҙмәтенә тоғро ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Елена Владимировнаны хаҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Бар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, һәм шатлыҡлы мәлдәр теләйбеҙ! ❤️

