✅Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов бөгөн оператив кәңәшмәлә махсус хәрби оп... — 7 сентября 2026 г. в 05:41:06.684
✅Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов бөгөн оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индергән райондаштарға ғәскәри частар командованиеһының наградаларын тапшырҙы. 🏅Йыланыш ауылынан ПОНОМАРЕВ Александр Иванович “МХО-ға булышлыҡ иткәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. 📜Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы ФӘХРЕТДИНОВ Рудольф Радик улы һәм “Әй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры ҒИРФАНОВ Илвир Вәлинур улы ғәскәри частар командованиеһының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. “Һеҙҙең һәр берегеҙ – ысын илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһө. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт! Бергәләп Еңеүҙе яҡынайтабыҙ!” – тип белдерҙе Марс Фәррәх улы. 📸Фото: Марс Кашапов / Макс-канал

