👍Малаяҙ ауылының Көньяҡ-көнсығыш микрорайонының яңы урамдарына асфальт һалыу дауам итә. — 4 сентября 2026 г. в 05:08:41.967
👍Малаяҙ ауылының Көньяҡ-көнсығыш микрорайонының яңы урамдарына асфальт һалыу дауам итә. 🚜Быйыл Садовая, Цветочная, Юбилейная (11, 12, 13-сө урамдар), шулай уҡ өлөшләтә уларға перпендикуляр булған Мостай Кәрим (Кропачево – Мәсәғүт трассаһы буйында), Парк урамдары ла эшләнде. Иң тәүҙә ошо урамдарға, юлды күтәртеп, таш түшәлде, һуңынан өҫтөнә тигеҙләп асфальт йәйелде. ‼️Әлбиттә, хәүефһеҙлек өсөн был урамдарҙа яһалма тигеҙһеҙлек тә (халыҡ телендә – “лежачий полицейский”) эшләнәсәк. 👉“Йүрүҙән”дең МАКС каналына ҡушылығыҙ

