Район етәкселеген почта мәсьәләһе борсой — 4 сентября 2026 г. в 05:22:35.785
Район етәкселеген почта мәсьәләһе борсой ✅Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Мәсәғүт почтамты начальнигы Юрий Сафонов менән осрашты. Унда район Советы рәйесе, Салауат районы мәғлүмәт үҙәге директоры Ринат Әбдрәшитов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айрат Нурмөхәмәтов та ҡатнашты. 📮Почта элемтәһе хеҙмәте етәксеһе белдереүенсә, Салауат районының Мәсетле, Янғантау һәм Торналы ауылдары бүлексәләрендә идарасылар юҡ, әммә урындарҙа почтальондар эшләй. Малаяҙ почта бүлексәһендә тиҙҙән кадрҙар мәсьәләһе хәл ителәсәк. Шулай уҡ ауылдарҙа хат ташыусылар ставкалары тергеҙеләсәк. Юрий Сафонов урындағы почта хеҙмәтендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ышандырҙы. 🗞1 сентябрҙән 2027 йылға матбуғатҡа яҙылыу осоро башланды. Почта хеҙмәте буйынса халыҡтан күп ялыуҙар килә. Район етәкселәре был проблеманы контролгә алды. Ошо мәсьәлә яйға һалыныр, гәзит уҡыусыларыбыҙ “Йүрүҙән”һеҙ ҡалмаҫ, тип өмөт итәбеҙ. 👉“Йүрүҙән”дең МАКС каналына ҡушылығыҙ

