💥Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт ҒИМРАНОВты “Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһене...
💥Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт ҒИМРАНОВты “Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең Почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүе менән ҡотлайбыҙ! 💼Фирғәт Факил улы Янғантау урта мәктәбенә 16 йылдан ашыу етәкселек итә. Ул сығышы менән Күҫәләр ауылынан. БДПУ-ның башҡорт филология факультетын тамамлап, үҙенең тыуған Арҡауыл урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 2010 йылдың майында Янғантау урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 🏅Фирғәт Ғимранов “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән. 2025 йылда республиканың ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеларының йәш етәкселәре өсөн грант конкурсы еңеүсеһе булды.