✅Салауат районы халҡының Радий Хәбиров менән 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк тура бәйлә...
✅Салауат районы халҡының Радий Хәбиров менән 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырыу мөмкинлеге бар. 📹5 ноябрҙә БСТ телеканалы менән берлектә Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге ойошторған күсмә студия майҙансығы эшләйәсәк. Адресы: Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 47, Район мәҙәниәт йорто. Эш ваҡыты – 10:00-12:00 сәғәттәр. ✍️Бынан тыш, яҙма йәки видеоһорауҙы бер нисә ысул менән бирергә була (https://vk.ru/wall-201146046_212082) ‼️Видеоһорау бирерҙән алда, ҡулланма менән танышығыҙ (https://vk.ru/wall-201146046_212085) ☝️Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябрендә 19:00 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.