Перейти к содержимому
Максиметер

📖Франгил ҒӘЛИЕВ райондың үҙәк китапханаһына һәм “Йүрүҙән” гәзите редакцияһына үҙенең я...

📖Франгил ҒӘЛИЕВ райондың үҙәк китапханаһына һәм “Йүрүҙән” гәзите редакцияһына үҙенең яңы сыҡҡан “Хыялыйһың тиһең...” китабын бүләк итте. Ул шулай уҡ беҙгә шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. 📚Яҡташыбыҙ Салауат районына Учалы районынан яҙыусы, шағирә, бик күп китаптар авторы Әҡлимә Сафинаның “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” китабының презентацияһы сиктәрендә килгәйне. Әҙәби осрашыуҙа район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, Учалы яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. 🧑‍🏫Сарала арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағирә, 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә, һуңынан Малаяҙ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Рәмзилә Хисаметдинованың ижады телгә алынды. Учалы районында уның исемендәге премия булдырылған. Осрашыуҙа шағирәнең ҡыҙы, Малаяҙ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлшат Хужина ла булды. Уға Әҡлимә Сафина “Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре” тигән китабын бүләк итте.

274 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

838 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.