Перейти к содержимому
Максиметер

🏆Салауат районының йәш кикбоксерҙары миҙалдар һәм кубоктар яуланы!

🏆Салауат районының йәш кикбоксерҙары миҙалдар һәм кубоктар яуланы! 🥊🥋Кикбоксинг буйынса турнир Һатҡы ҡалаһында үтте. Унда Силәбе өлкәһе ҡалаларынан, шулай уҡ Салауат районынан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Турнирҙа төрлө көрәш төрҙәре булды: каратэ, ушу, тхеквондо һәм башҡалар. 🤼‍♀Салауат районынан тренер Сыңғыҙ Шәмсетдиновтың тәрбиәләнеүселәре иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 🥇Йәсминә Хәйрисламова, Елизавета Хисаева (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), София Исмәғилева (1-се Малаяҙ урта мәктәбе), Диана Нуриева (Ахун мәктәбе), Солтан Йыһанғәлин (Янғантау мәктәбе) алтын миҙалдар һәм кубоктар алды. 🥈Тимур Галанов (Янғантау мәктәбе), Айнур Ғилимханов (1-се Малаяҙ урта мәктәбе) көмөш миҙал менән бүләкләнде. 🥉Ағалы-энеле Александр һәм Константин Киржаковтар (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), Даниэль Исмәғилев (1-се Малаяҙ урта мәктәбе) бронза миҙалға лайыҡ булды. 💪Данис Роднин (Татар Малаяҙы) һәм Әмирә Ғәниева (Малаяҙ башҡорт гимназияһы) тәүгә ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.

281 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

838 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.