Перейти к содержимому
Максиметер

🏡Салауат районының Радио ауылы халҡы өмә менән урындағы көкөртлө водород шишмәһен төҙө...

🏡Салауат районының Радио ауылы халҡы өмә менән урындағы көкөртлө водород шишмәһен төҙөкләндерҙе. 👥Был башланғыс менән яҡташтары Булат Камил улы Шәрәфетдинов һәм Валерий Батыр улы Абдуллин сыға. Улар идея ғына тәҡдим итеп ҡалмай, ә төҙөлөш эштәрен кәрәкле материалдар менән дә тәьмин итә. 🧱Ишембай ауыл биләмәһе хакимиәте брусчатка бирә. Карьер директоры Зөфәр Зарипов ҡырсынташ менән ярҙам итә. 🚜Ауылдаштары Ривал Хужин махсус техникала брусчатка һәм ваҡ таш ташый. Халыҡтан да транспорт сығымдарына бер ни тиклем аҡса йыйыла. 👍🤝Берҙәмлек, дөйөм көс менән сығанаҡҡа төшөү юлы уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп эшләп ҡуйыла. ✅Төҙөкләндереү эштәре “Атайсал” республика проектына ярашлы уҙғарылды.

306 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.