Салауат районы халҡы Башҡортостан Башлығына һорауҙар бирҙе
Салауат районы халҡы Башҡортостан Башлығына һорауҙар бирҙе 🎤Бөгөн, 5 ноябрҙә, район мәҙәниәт йортонда 10.00-12.00 сәғәткә тиклем республика Башлығы Радий Хәбировтың Тура бәйләнешенә һорауҙар ҡабул итеү буйынса күсмә студия эшләне. 📹Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР РБ) БСТ телеканалы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен видеояҙмаға төшөрҙө – был материалдар артабан эшкәртеү өсөн республиканың Ситуация үҙәгенә тапшырыласаҡ. 🎖Студияға беренсе булып махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙәр килде. Ҡабул итеү барышында халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Район үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһын ремонтлау тураһында мөрәжәғәттәр яңғыраны. Район халҡын ауылдарға газ үткәреү, күперҙәрҙең торошо, урындарҙағы банк бүлексәләре һәм почта элемтәһе эшмәкәрлеге лә борсой. ✅Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса 19.00 сәғәттә башлана. Үҙ һорауығыҙҙы республика етәксеһенә Башҡортостан Башлығы сайтындағы махсус бүлектә, “Госуслуги. Решаем вместе” сервисы аша, Mакс мессенджерында, “Бәйләнештә” йәки “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге чат-боттар ярҙамында, шулай уҡ БР Ситуация үҙәге операторҙарына +7 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙары буйынса шылтыратып әле үк бирергә мөмкин.
Канал в каталоге Максиметера
839 подписчиков · Новости