📜Лағыр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вен...
📜Лағыр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера СИТДИҠОВА Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. 🧑🏫Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Венера Мәхәсим ҡыҙы Ситдиҡова мәктәптә һәм Лағыр ауылында бөтә милли сараларҙы оҫта ойоштора. Уның әүҙем ҡатнашлығында Лағыр мәктәбе районда үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өлгөһө булып тора. Башҡорт халҡының милли тарихын һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм уҡыусыларында уларға ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү өсөн күп көс һәм оҫталыҡ һала. 💫Награданы Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вахитова Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған байрам тантанаһында тапшырҙы. Уҡытыусы Венера Ситдиҡоваға Маҡтау грамотаһы милли тарихты һәм мәҙәниәтте, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлауға һәм киләсәк быуында милли рух, халыҡтар араһында берҙәмлек тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткәне өсөн бирелде. Ҡотлайбыҙ!👏
Канал в каталоге Максиметера
839 подписчиков · Новости