Петербургта барған халыҡ-ара иҡтисад форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Рәсәй менән Белару... — 4 июня 2026 г. в 16:26:58.726
Петербургта барған халыҡ-ара иҡтисад форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Рәсәй менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлеккә арналған форумда ҡатнашты. МАЗ предприятиеһы һәм Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән троллейбустар Рәсәйҙәге баҙарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. – Был юғары күрһәткес һәм ҙур мөмкинлектәр. Бындай проекттар – ҙур кимәлдәге хеҙмәттәшлектең яҡшы өлгөһө, – тине Радий Хәбиров. Киләсәктә Беларусь менән Башҡортостан төҙөлөш техникаһын етештереү буйынса уртаҡ предприятие асырға ниәтләй. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

