🍅Кемдең шулай эшләп ҡарағаны бар? — 4 июня 2026 г. в 07:02:39.995
🍅Кемдең шулай эшләп ҡарағаны бар? ✅Бер танышым һөйләгәс, интернетҡа инеп уҡыным. Помидор төбөнә сей балыҡ күмеп ҡалдырһаң, бөтә етерлек ашламаны шунан ала икән. Кемдең шулай эшләп ҡарағаны бар? Мәҫәлән, теплицала балыҡ һаҫымаймы икән? ✅Балыҡта туҡлыҡлы элементтар күп, тип яуап бирә Яндекс. Атап әйткәндә, азот, йод, фосфор, марганец, калий, башҡа файҙалы матдәләр. Был элементтар үҫемлектәргә лә, тупраҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, күп кенә баҡсасыларҙың фекере буйынса, балыҡ еҫе бөжәктәрҙе ҡурҡыта. ✅Балыҡ помидорҙы ултыртыр алдынан туранан-тура соҡорҙарға һалына, шулай уҡ был ашламаны үҫемлектәр үҫкән осорҙа һалырға була. Һуңғы осраҡта эретмә рәүешендә индерелә. ❗"Кәңәш-төңәш" каналында ошо хаҡта һөйләшеү бара. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? "Кәңәш-төңәш" каналында комментарийҙа яҙығыҙ. https://max.ru/join/FVEvvmHEHVlRbDDDFiYOZtFg8vZkg_lQxgM9pD1y0Rs ❗Шулай уҡ үҙегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындырға һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ, кәңәшегеҙ менән дә бүлешергә була. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

