Доға ҡасан ҡабул була🤲? — 1 июня 2026 г. в 12:50:40.063
Доға ҡасан ҡабул була🤲? Әгәр ҙә ҡәрҙәшең өсөн: «Йә, Раббым, уның ауырлыҡтарын еңеләйт, һаулыҡ, бәрәкәт бир, туғандары менән мөнәсәбәтен яҡшырт»,- тип ихлас күңелдән доға ҡылаһың икән, шул ваҡытта Аллаһ фәрештәләре: «Һиңә лә шулай уҡ, һиңә лә шулай уҡ!»- тип доға ҡыла. Шуға, әйҙәгеҙ, доғаларыбыҙҙа ауыр хәлдә ҡалған ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам һорайыҡ. Беҙ уларға ярҙам итһәк, Аллаһы Тәғәлә беҙгә лә ярҙам итер. Пәйғәмбәребеҙҙең с. ғ с. шундай һүҙҙәре лә бар: «Аллаһ Тәғәлә һиңә, һин ҡәрҙәшеңә ярҙам иткән саҡлы, ярҙам итер». Йәғни, күпме һин яҡшылыҡ эшләйһең, шул хәтле һиңә кире әйләнеп ҡайтыр. "Ислам дине" каналында дин буйынса материалдар ҡуйыла: https://max.ru/join/9LThScX-EqsyhlfBa91K_CKyj8kITQTemEroGzf0WjA Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

