«УРАЛ БАТЫР» ЭПОСЫ – ХАЗИНАЛАР ҺАНДЫҒЫ»: БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА К... — 1 июня 2026 г. в 12:43:29.381
«УРАЛ БАТЫР» ЭПОСЫ – ХАЗИНАЛАР ҺАНДЫҒЫ»: БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА КВИЗ-УЙЫН "Урал батыр» - башҡорт эпосы (ҡобайыр), башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ сәнғәте шедевры, «Башҡортостандың Ете мөғжизәһе»нең береһе. 8 июнь башҡорт халҡы «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләй. Башкортостан Республикаһының Милли музейы күптәр яратып өлгөргән ««Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» уйынын үткәрә. Сараның төп маҡсаты - «Урал батыр» эпосын мәңгеләштереү һәм йәштәр араһында популярлаштырыу. Әгәр һин үҙеңде зирәк һәм белемле тип һанайһың икән, үҙ көсөңдө беҙ әҙерләгән квиз-уйында һынап ҡара, иҫтәлеккә матур бүләктәр алып ҡыуан. Сарала ҡатнашыу өсөн кәмендә 10 кеше йыйып 89639076965 телефон һандары аша яҙылырға кәрәк. Инеү хаҡы 300 һум. Пушкин картаһы ғәмәлдә. Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

