Октябрь Революцияһы урамын төҙөкләндереү 2022 йылда башланғайны, уны 2027 йылда тамамла... — 4 июня 2026 г. в 13:11:25.015
Октябрь Революцияһы урамын төҙөкләндереү 2022 йылда башланғайны, уны 2027 йылда тамамларға иҫәп тоталар. Был урам нимәһе менән әһәмиәтле? Октябрь Революцияһы урамының элекке атамаһы — Оло Ҡазан урамы, сөнки унан заманында Ҡазанға илткән юл башланған булған. Революцияға тиклем Оло Ҡазан урамы үҙәк урам булып һаналған, ҡала байрамдары һәм йәрминкәләр ошонда уҙған. Бында барлығы 70-кә яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан — башлыса Өфөнөң тәүге сауҙагәрҙәре усадьбалары, ғибәҙәтханалар һәм уҡыу йорттары. Был биналарҙа ижади ойошмалар, йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары, сувенирҙар һәм һөнәрселәрҙең эштәре тәҡдим ителәсәк кибеттәр асыу күҙаллана. Инвесторҙар ярҙамында 1880-1920 йылдарҙа төҙөлгән бер нисә бина реставрацияланасаҡ. Тәүге объекттар иҫәбендә – элек балалар баҡсаһы урынлашҡан Софронова-Янчевская йортон, шулай уҡ Демидовтар йортон тергеҙеү. 3 июндә Радий Хәбиров Октябрь Революцияһы урамының реконструкциялау менән танышты, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарына ҡараған биналарҙы һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. – Минеңсә, был Өфө өсөн ҙур проекттарҙың береһе. Бында йәйәүлеләр өсөн урам, йәғни үҙебеҙҙең Арбат була, унда музейҙар, кафелар, башҡа объекттар барлыҡҡа киләсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

