"Йүрүҙән" гәзите саң ҡаға — 4 июня 2026 г. в 14:00:57.526
"Йүрүҙән" гәзите саң ҡаға Почтала эшләргә теләүсе табылырмы? Салауат районының Малаяҙ ауылы почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бөтәһе бер юлы эштән китте. Ваҡытлыса Дыуан районының Озеро ауылы почта бүлексәһе етәксеһе беҙҙең район үҙәге халҡын хеҙмәтләндерә (эш көндәрендә 10.00-15.00 сәғәттәрҙә). Проблема ҡайҙан башланды һуң? Май айында Малаяҙ почта бүлексәһе ҡарамағындағы Татар Малаяҙы, Гусевка, Яңы Ҡаратаулы ауылдары почтальондары ҡыҫҡартылды. Шул сәбәпле, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы һәм етмәһә эш йөкләмәһенең артыуы арҡаһында, почта бүлексәһе начальнигы һәм операторҙар эштән китергә мәжбүр булды. Әлегә улар барыһы ла отпускыға сыҡҡан, артабан кире килерҙәре икеле. 🏚Почта хеҙмәтендәге был киҫкен мәсьәлә бер бөгөн генә килеп тыуманы. Кадрҙар булмау сәбәпле, Мәсетле, Торналы һәм Янғантау ауылдарында почта бүлексәләре күптән ябыҡ тора. Арҡауыл почта бүлексәһендә лә аҙнаһына бер Таймый бүлексәһе начальнигы хеҙмәтләндерә. Өҫтәүенә, ауылдарҙа почтальондар ҙа ҡыҫҡартыла. 📦Белеүегеҙсә, былтырҙан “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтендә үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Район-ара почтамттар ҡыҫҡартылып, идара итеү структураһы ҡулайлаштырыла. Мәҫәлән, элек төньяҡ-көнсығыш райондарҙы хеҙмәтләндергән Мәсәғүт почтамты Бөрө ҡалаһына күсерелеп, хәҙер ул ун районды үҙ ҡарамағына алды. Әлбиттә, урындарҙағы почта бүлексәләренең ябылыуы, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында унда эшләргә теләүселәрҙең булмауы ябай ауыл халҡына почта хеҙмәттәрен алыуҙа, шул иҫәптән матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙа, ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был мәсьәләне район ғына түгел, республика һәм федераль кимәлдә хәл итеү талап ителә. Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек? ✍Был проблема буйынса комментарийҙарға үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

