🌺Хәйерле кис, дуҫтар. Яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, һеҙгә «Һеҙ ҡайтығ... — 4 июня 2026 г. в 20:18:34.037
🌺Хәйерле кис, дуҫтар. Яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, һеҙгә «Һеҙ ҡайтығыҙ» йырын тәҡдим итәбеҙ. Береһендә - Гөлдәр Тоҡомбәтова, икенсеһендә Гөлсөм Бикбулатова йырлай. «Һеҙ ҡайтығыҙ» Һеҙ ҡайтығыҙ илгә, яҙҙар килгәс, Ҡар иреүгә , зинһар ҡайтығыҙ. Еңеү менән - беҙгә ҡояш булып, Ҡоштар менән бергә ҡайтығыҙ! Окоптарҙа, блиндаждарҙа туңған Йөрәктәрҙе йылытыр ҡуҙ булыр, Бала ҡосаҡлауы, әсә ҡараштары, Һөйгән йөрәктәргә моң тулыр. Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар тере килеш, Юғалтыуҙар беҙҙе аямаҫ, Ҡурсалаһын һеҙҙе Аллам үҙе, Доғалыны үлем ала алмаҫ. Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән! ❗Йыр-моң яратыусыларҙы «Йырҙар» каналына яҙылырға саҡырабыҙ. Унда көн дә йыр-моң, йырҙарҙың һүҙҙәре менән минусовкаһы, клиптар ҡуйыла. https://max.ru/join/fhq3o0Slp3PHA8FkScDBTnEccMCoOUshd-FBhdVZIN8 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

