Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ — 11 июня 2026 г. в 10:38:46.810
Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ Боронғолар телмәрендә мәҡәл, әйтем йыш ҡулланылған. Мәҡәлдәр өгөт-нәсихәт бирә. Әйтем иһә айырым бер осраҡҡа ҡарата әйтелә. Мәҫәлән, «Өйөң тар булһа ла, күңелең киң булһын» – был мәҡәл. «Ни ит түгел, ни һөт түгел» – әйтем. Мәҡәл, әйтемдә халыҡтың тормош тәжрибәһе лә, йәшәйеше лә, хатта ниндәй мал аҫырағаны ла күренә. Йылҡы – малдың батшаһы. Аты бар – арыҫлан. Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар. Һыйлы көнөң – һыйыр. Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау. Арыҡ булһа ла һарыҡ аҫыра. Халҡыбыҙҙың мәңгелек рухи хазинаһы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, «Башҡорт халыҡ ижады» каналына ҡушылығыҙ. Каналға яҙылыу өсөн һылтанма: https://max.ru/join/6lZu2_dpZJv4Zfkz9RAqfV_-X-qPrCgDQj6HBw0zIGk Хәбәрҙәр ебәреү өсөн һылтанма: https://max.ru/u/f9LHodD0cOKRhK-VZn7F0ZAdk3VC1dz4fmD4XCSKU_q6OXxHQnKaw4s1cI8 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

