Ҡот осҡос фажиғә — 31 июля 2026 г. в 05:09:30.154
Ҡот осҡос фажиғә Бөгөн иртәнге сәғәт алты тирәһендә Салауат ҡалаһында 24 йәшлек егет "Лада Веста" машинаһында юлдан ситкә осоп сығып, ағасҡа бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында ике йәш пассажирҙың ғүмере өҙөлгән. Һәләк булған ҡыҙға июндә генә 15 йәш тулғаны асыҡланған. Икенсе пассажирға 18 йәш... Водитель менән өс пассажир (береһе 14 йәшлек ҡыҙ) дауаханаға оҙатылған. Водитель иҫереклеккә медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан. Фажиғә буйынса тикшереү бара. Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.

