Ямғыр — 31 июля 2026 г. в 04:48:47.886
Ямғыр Яҙҙан яҙлыҡҡан ямғырҙарға ялындылар, ялбарҙылар: – Яу, яу, ямғыр! Яҙлыҡма, ялындырма! Яҡынла, яу, яу! Ярыла яландар, ярлылана. Ябыға януарҙар. Ямғыр, ялағайҙарын ялҡындай ялпылдатып, яңғырауығын яңғыратып яуапланы: – Ярай-ярай, яуырмын! Ябалаҡтай ябырылды ямғыр. Яуҙы ямғыр. Яйлап та яуҙы. Яуҙай ябырылып та яуҙы. Яурындар яҙылды, яңаҡтар яҡтырҙы: – Яуа, яуа ямғыр! Яулыҡ ябырмын яҡындарыма, яҫтыҡ яҫтармын янбаштарына! Яуһын ярай! Ярыҡтар ямалды, ялғаштарҙа - яуынһыу. Яуа-яуа яшыҡланды, яралы януарҙай яуызланды ямғыр. Яҙатайым ярһыттылармы ямғырҙы? Яңылыш ялындылармы? Ялбаралар: – Ярай, яума, ямғыр, ялҡытҡансы! Дауамы - – Ялындығыҙ, ялбарҙығыҙ! Ялҡтығыҙмы? Ялағайҙар! Яҡшатландылар!Яманмынмы? Яуам-яуам, ярыҡтар ябылғансы, Яйыҡ ярҙары ярсыҡланып ярылғансы. Ялыналар: – Яманлашма, ямғыр! Яҡшылыҡҡа яу, яйлап яу! Яндырайланма! Яратабыҙ ямғырҙы! Яйыңса яу, ямғыр! Гөлниса Йәнсәйетова Юлай Кәримов фотоһы

