Өләсәй ҡыҙҙарға мендәр эшләргә өйрәткән — 6 августа 2026 г. в 12:12:31.041
Өләсәй ҡыҙҙарға мендәр эшләргә өйрәткән Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында ла «Өләсәйҙәр мәктәбе» әүҙем эшләп килә. Унда уңған, оҫта ҡуллы, йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен киләсәк быуынға еткерергә тырышҡан өләсәйҙәр йәшәй. Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы «Бәйләнештә»ге төркөмөндә хәбәр итә. – Йәй осоронда өләсәйҙәр янына ялға ҡайтҡан ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн файҙалы һәм кәрәкле эшкә өйрәнә. Зөлфиә өләсәй Ишемғолова ҡыҙҙарға ҡаҙ мамығынан мендәр эшләү сере менән бүлеште. Ҡаҙ өмәһе – башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып, йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. Ә ҡаҙҙың мамығын яҙғыһын көндәр йылынғас, Йылайыр йылғаһының ағын ерендә таҙартып йыуып, аҙаҡ эҫе ҡояш аҫтында киптереп алғандан һуң, күпертеп мендәр, түшәк ҙә яһарға була икәнлеген аңлатып үтте. Эш барышында мендәр өсөн туҡыманы ла дөрөҫ һайлау мөһимлеген иҫкәртте оҫта ҡуллы өләсәй. Ҡыҙҙар бергәләшеп мамыҡ тетте, аҙаҡ ыҡсым ғына мендәр итеп тултырып та ҡуйҙы. Осрашыу ҡыҙҙарға бик оҡшаны, Зөлфиә өләсәйгә ҙур рәхмәттәр әйтеп, күңелләнеп, белем арттырып таралышты улар, – тип яҙа улар.

