Яғыулыҡҡа бәйле хәл: һуңғы мәғлүмәт — 6 августа 2026 г. в 11:02:16.566
Яғыулыҡҡа бәйле хәл: һуңғы мәғлүмәт Башҡортостанда яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле хәл яйлап тотороҡлана. Был хаҡта БСТ телеканалындағы көндәлек брифингта Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, Өфөлә яғыулыҡ һалыу станцияларындағы сираттар бөтөнләй тиерлек бөткән. Стәрлетамаҡта ла бөтә АЗС-тар эшләй, эре ҡалаларҙа яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә етди ҡыйынлыҡтар күҙәтелмәй. Әлегә төп мәсьәлә — ҡайһы бер станцияларҙа АИ-95 һәм АИ-98 маркалы бензиндың ваҡытлыса булмауы. Республика буйынса иң ҡатмарлы хәл 3–4 районда ғына һаҡлана. Шулай уҡ яғыулыҡты канистрҙарға һалыуға индерелгән сикләүҙәр ҙә хәл тотороҡланған һайын яйлап бөтөрөләсәк. Олег Тыщенко һүҙҙәренсә, айырым АЗС-тарҙың ваҡытлыса ябылыуы ремонт эштәре менән бәйле. Уларҙы кисектереү мөмкин түгел, сөнки яғыулыҡ станциялары хәүефле объекттар иҫәбенә инә.

