Сәй ҡайғыһы юҡ әле. Шыр тилегә әүерелгән иң бәхетле көндәремде кисерәм. Әсәйем өйгә ине... — 3 сентября 2026 г. в 18:50:00.561
Сәй ҡайғыһы юҡ әле. Шыр тилегә әүерелгән иң бәхетле көндәремде кисерәм. Әсәйем өйгә инеп киткәс, күршеләргә күҙ һалдым. Бейек ҡойма аша ни күрәһең? Түҙмәнем, бесәй һымаҡ ҡына баҫып, теге үҙем генә белгән урынға килдем. Байрас, сейә баҡсаларындағы эскәмйәлә баянын ҡосаҡлап, беҙҙең яҡҡа ҡарап ултыра. Йөрәгем дөпөлдәй. Быға тиклем нисек унһыҙ йәшәгәнмен. Ара-тирә күрешә, һөйләшеп тә ала торғайныҡ. Уның шундай ҙа һөйкөмлө, күңелемә яҡын икәнлеген тоймағанмын. Ҡаланың йүнләп башҡортса ла һөйләшә белмәгән эре бер малайы, тип уйланыммы икән? Улай тиһәң, ул гел башҡортса ғына һөйләшәсе. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2020-10-12/yany-da-alam-768896

