Хәтәр эҫе буласаҡ! — 3 сентября 2026 г. в 03:31:35.819
Хәтәр эҫе буласаҡ! Башгидрометцентр синоптиктары ошо хаҡта фараз еткерҙе. Бөгөн, 3 сентябрҙә, төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан төндә талғын, көндөҙ уртаса тиҙлектә буласаҡ. Төнөн һауа температураһы +9, +14 градус, көнсығыш райондарҙа +4 градус, көндөҙ +23, +28 градус йылы булыуы көтөлә. Иртәгә, 4 сентябрҙә, һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан төндә талғын, көндөҙ уртаса тиҙлектә буласаҡ. Һауа температураһы 3 сентябрҙәге кеүек ҡаласаҡ.

