🌿 Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар! — 3 сентября 2026 г. в 02:00:01.671
🌿 Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Икенсе донъя һуғышы тамамланған көн (1945). ✔️Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө. 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр. 🌿Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.

