Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау эшендә һәр саҡ әүҙем булған "Салауат" компанияһы "Урманды...
Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау эшендә һәр саҡ әүҙем булған "Салауат" компанияһы "Урманды һаҡлайыҡ!" Бөтә Рәсәй акцияһынан ситтә ҡалманы. Улар өмәлә ҡатнашып Әбйәлил районында дүрт мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Компания директоры Таһир Бәхтигәрәев етәкселегендәге коллектив урман фондын һаҡлауға һәм арттырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. - «Урманды һаҡлайыҡ!» экологик акцияһынан ситтә ҡалманыҡ һәм үҙебеҙҙең татыу коллектив менән тирә-яҡты йәшелләндереүгә ҡушылдыҡ, - тине Таһир Бәхтигәрәев өмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. - Экология хаҡында хәстәрлек күреү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш предприятие эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Беҙ ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре нығынып китһен һәм киләсәктә бында урман шаулап үҫһен!