Өс тоҡ бойҙай Ғәбдөк ауылына юллана
Өс тоҡ бойҙай Ғәбдөк ауылына юллана «Йәшлек» гәзитенең MAКС каналында барған «Ҡабаҡ менән иң ҡыҙыҡ фото» конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Унда барлығы 51 кеше ҡыҙыҡлы фотоларын ебәрҙе. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан, хатта Силәбе ҡалаһынан да ҡатнашыусыларҙың булыуы ҡыуандырҙы. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән, Сахай ауылдары халҡы айырыуса әүҙем булды. Конкурста ҡатнашыусылар ҡабаҡ менән нисек кенә фотоға төшмәгән, төрлө күренештәр ҙә уйлап тапҡандар. Бер аҙна буйы килгән фотоларҙы гәзиттең MAКС каналына ҡуйып барҙыҡ. Һуңынан улар тауыш биреүгә ҡуйылды. Ниһайәт, еңеүселәр билдәле булды. ✔️Белорет районының Ғәбдөк ауылынан Эльза Нәбиева ебәргән «Эш тамам, ҡабаҡтар йыйылған, ейәндәр арыған, олатай шат» фотоһы иң күп 74 тауыш йыйып, беренсе урынға сыҡты. Фотола Урал, Азамат һәм Искәндәр олатайҙары Ғәле Хөсәйенов менән бергә төшкән. Еңеүсегә «Йөҙлөкбаев» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зарина Йөҙлөкбаева әҙерләгән 3 тоҡ бойҙай тапшырыласаҡ. ✔️Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылынан Айназ Муллабаев ебәргән фото икенсе урынға лайыҡ булды. «Ҡабаҡ һөйләшмәй, бер нәмә лә өндәшмәй. Әйҙә, төш һин арбанан, Миңә иптәш булырһың» тигән шаян яҙмалы фотоға 64 тауыш бирелгән. Айназ 1 тоҡ бойҙай һәм ағыу һиптергес менән бүләкләнәсәк. ✔️Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан Ислам Хәсәновтың «Ҡабаҡ байрамында» тип аталған фотоһы өсөнсө урынға сыҡты. Ул 45 тауыш йыйҙы. Исламға 1 тоҡ бойҙай тапшырыласаҡ. Әлбиттә, ҡатнашыусылар араһында тауыш биреүҙә беренсе урынға сыҡмаһа ла, үҙенең үҙенсәлекле фотоһы менән редакция хеҙмәткәрҙәре һөйөндөргәндәр ҙә булды. Шуларҙың береһе — Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылынан Вилдан һәм Аслан Байназаровтарҙың «Фотоға төштөк әле» тигән фотоһы. Шулай уҡ Учалы районының Озерный ауылынан Нурдидә Вәлиеваның «Ҡабаҡбаштар ғаиләһенән конкурсанттарға сәләм» тигән эше һәм Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан Зөлфиә Әсфәндийәрованың фото менән бергә матур шиғыр ебәреүе лә айырым иғтибарға лайыҡ булды. Уларға ла редакция исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тауыш биреү һөҙөмтәләре менән тауыш биргән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: Беренсе өлөш: https://max.ru/yeshlek_gazite/AaDIccxcGmg Икенсе өлөш: https://max.ru/yeshlek_gazite/AaDIjtFmP30