"Торпедо"ны туҡтаттылар
"Торпедо"ны туҡтаттылар Түбәнге Новгородта "Салауат Юлаев" командаһының урындағы "Торпедо" менән уйыны тамамланды. Өфөләр алты уйында рәттән еңелеү белмәгән хужаларҙы 3:0 иҫәбенә еңеп, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Голдарҙы Ярослав Цулыгин, йәш форвард Денис Орлович-Грудков, Дин Стюарт индерҙе. Ике уйында һынатмаған командабыҙ Сочиға юлланды. Уға уңыш юлдаш булһын!
1 717 просмотров