Перейти к содержимому
Максиметер

Саҡ ҡына ваҡыт етеңкерәмәне

Саҡ ҡына ваҡыт етеңкерәмәне Әле генә "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" хоккей командаһы менән Магнитогорскийҙың "Металлург"ы араһында көсөргәнешле уйын тамамланды. ✔️Егеттәребеҙ үҙ боҙонда көйәрмәндәрен еңеүе менән ҡыуандыра алманы: уйын барышында көтөлмәгән хаталары арҡаһында күршеләргә 3:4 иҫәбенә еңелде. ✔️Еңелһәләр ҙә, юлаевсыларҙы әрләргә кәрәкмәйҙер. Улар бер нисә тапҡыр Гагарин Кубогын яулаған көслө командаға ҡаршы лайыҡлы уйнаны. Дәғүәсе ике шайбаға өҫтөнлөк иткәндә легионерыбыҙ Шелдон Ремпал бер-бер артлы ике шайба индереп, иптәштәрен алға әйҙәне. Беҙҙекеләр һуңғы осорҙа күршеләр ҡапҡаһына ҡарай әллә нисә тапҡыр уҡталһа ла, тегеләр оҫта һаҡланды. Ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовойҙы алтынсы уйынсыға алмаштырыу ҙа һөҙөмтә бирмәне. Шулай ҙа командабыҙ аҙаҡҡаса көрәшеп, легионерыбыҙ Мэттью Маджо уйын бөттө тигәндә өсөнсө шайбаны индерҙе. Канада егете уйындан-уйынға мәрәй йыя башланы. Афарин! ✔️Командабыҙ ситтәге турнеға юллана. Уға уңышлы сәфәрҙәр теләйек.

1 911 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 773 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.