Байрам менән, комсомолдар!
Байрам менән, комсомолдар! ✅ 29 октябрь — комсомолдың тыуған көнө. 1918 йылдың тап ошо көнөндә эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы — РКСМ ойошторола. 1924 йылда ойошма Ленин комсомолы,ә 1926 йылдан ул Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. 1977 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, комсомол сафында 14–28 йәшлек 36 миллион совет гражданы иҫәпләнгән. ✅ Комсомолдың данлы юлы, хәрби батырлыҡтары һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн яулаған наградалары ил тарихында лайыҡлы урын алған. Ә комсомол мәктәбен үткәндәр өсөн ул бөгөн дә йәшлектең иң сағыу хәтирәләре, ныҡлы дуҫлыҡ һәм уртаҡ маҡсаттар менән бәйле. Улар шул йылдарҙы һағынып иҫкә ала, комсомол тәрбиәһенең тормош юлында ҙур терәк булыуын билдәләй. Комсомолдың тыуған көнө — йәшлек дәртен, изге хыялдарҙы һәм бергә башҡарылған эштәрҙе хәтерләткән ҡәҙерле байрам. Ошо рух күңелдәрегеҙҙә һүнмәһен, дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен! Байрам менән!