🌿Октябрҙең тәүге көнө менән, дуҫтар💕! — 1 октября 2026 г. в 01:38:33.803
🌿Октябрҙең тәүге көнө менән, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө ✔️Халыҡ-ара музыка көнө ✔️РФ Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ. 🤲 1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.