Әллә арығандар, әллә күҙ тейҙе инде... — 30 сентября 2026 г. в 20:12:26.112
Әллә арығандар, әллә күҙ тейҙе инде... Сочиҙа "Салауат Юлаев " командаһы менән "Сочи" араһындағы хоккей матчы тамамланды. Беҙҙең тренерҙар штабы төп ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовойға ял биреп, йәш ҡапҡасы Никита Богданоаты боҙға сығарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да, егеттәребеҙ ҙә өмөттө аҡламаны: был миҙгелдә икенсе тапҡыр ҙур иҫәпкә -6:3 иҫәбенә еңелде. Яратҡан командабыҙ әллә оҙайлы сәфәрҙән арынымы , әллә күҙ тейҙеме, был осрашыуҙа йыш яңылышып, өс осорҙа ла берешәрләп тә, икешәрләп тә штраф эскәмйәһенә эләкте. Йәғни беҙҙекеләр тотош осорҙо әрәм итеү арҡаһында уйынды боҙҙо. Ярай, әле плей-оффҡа алыҫ, тип кенә үҙебеҙҙе йыуатҡан булайыҡ.