... " Тик быларҙың береһе лә тормошҡа ашманы. Май байрамдары алдынан Өлфәт ҡапыл юғалды... — 30 сентября 2026 г. в 17:15:05.040
... " Тик быларҙың береһе лә тормошҡа ашманы. Май байрамдары алдынан Өлфәт ҡапыл юғалды. Көн һайын килеп йөрөгән һөйгәненең аҙна буйы килмәүенә ҡыҙ тәүҙә аптыраны, аҙаҡ хәүефләнә башланы. “Картуф сәсергә ярҙам кәрәк ине”, – тигән һылтау менән йорт телефондарына шылтыратҡас, буласаҡ ҡәйнәһе уның алты көн элек район үҙәгенә китеп, һаман ҡайтмауын хәбәр итте. “Борсолма, балаҡайым, дуҫтары менән байрам итеп йөрөйҙөр. Ҡайтыу менән һеҙгә ебәрермен”, – тине. Ауыл советына инеп килгән Өлфәтте күреү менән Гөлфиә нимәлер булғанын аңланы. Ҡаршыһында элекке һөйгәне түгел ине. Башҡа ваҡытта кеше бар, тип тормай ҡосаҡларға, үбергә ынтылған егет ишек төбөндә туҡтап ҡалды..." сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-12-15/b-het-e-lekt-n-arynyu-hik-y-g-lnur-yuatova-4042926