✨ Уҡытыусылар Пушкин балына барҙы!
✨ Уҡытыусылар Пушкин балына барҙы! Быйыл Башҡортостанда Уҡытыусылар көнө айырыуса үҙенсәлекле форматта билдәләнде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республиканың төрлө төбәктәренән килгән педагогтар өсөн Пушкин балы ойошторолдо. 🎭 XIX быуат атмосфераһы, тарихи костюмдар, классик көйҙәр, матур бейеүҙәр һәм мөһабәт зал — барыһы ла байрамға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне. Ҡунаҡтар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә Пушкин дәүерендәге балда йөрөгәндәй тойҙо. 💃🕺Байрамда мәғариф ветерандары ҡатнашты, иң яҡшы педагогтарға дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары әҙерләгән тамаша ла уҡытыусыларға матур бүләк булды. 👏Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров педагогтарға рәхмәтен белдереп: «Һеҙ — республикабыҙ һәм илебеҙ терәге. ... Ысын патриоттар үҫтерәһегеҙ. Ошоноң өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ», — тине. 🌿 Уҡытыусы — белем биреүсе генә түгел. Ул баланың тормош юлын яҡтыртыусы, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеүсе, киләсәккә нигеҙ һалыусы. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һөнәри байрамығыҙ менән! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илһам, сабырлыҡ һәм хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!